05:19 (UTC+5), 17 Март 2020

Башҡортостанда 41 кеше стационарға урынлаштырылды

Ләйлә Аралбаева
17 мартҡа иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 41 кеше, короновирус йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы – балалар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн иртәнге брифингта ошо турала белдерҙе.
Бөтәһенең дә хәле тотороҡло, дауалау Рәсәй һәм сит ил белгестәренең тәҡдимдәренә ярашлы алып барыла. Тикшереүҙәр үткәрелә, күҙәтеү һәм дауалау бокс бүлексәләрендә ғәмәлгә ашырыла.
Уҙған тәүлектә ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән 304 шылтыратыу килде. Иң йыш бирелгән һорауҙар – сит илдән ҡайтҡас нимә эшләргә, ҡайҙа анализ тапшырырға мөмкин, ваҡлап һатыу селтәрҙәрендә һәм аптекаларҙа шәхси һаҡланыу саралары — битлектәрҙең булмауына ялыуҙар.
Республика башлығы ҡушыуы буйынса, көн һайын иртәнге һәм киске брифингтар ойошторола. Киләһе брифинг – киске сәғәт 8-ҙә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика