12:07 (UTC+5), 17 Март 2020

Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева
Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе, тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әйтәйек, быйыл республикала 61 мәктәп стоматология кабинетын асыу планлаштырыла.
Уларҙың береһе «Үргә ос!» республика мәғариф проектын тормошҡа ашырыу барышында Өфө районы Шамонин ауылы мәктәбендә асылды.
Ошо күләмле проекттың «Сәләмәт йылмайыу» модуле 800-ҙән ашыу бала белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыуҙы күҙ уңында тота.
Уҡыусылар аҙыраҡ булған мәктәптәр өсөн поликлиникаларҙа теш табиптарында ҡаралыу ойошторола.
«Шамонин ауылындағы стоматология кабинеты барлыҡ кәрәкле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында 1,1 меңдән ашыу уҡыусының стоматология ярҙамын алыу мөмкинлеге бар», — тип йомғаҡ яһанылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» республика мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Үргә ос!» республика проектына ике кейс индерелә: унынсы класс уҡыусылары өсөн «Кейс 10» («Спорт менән дуҫ бул!», «Шахмат уйнарға өйрән!», «Иркен һөйләш!», «Интерактив башҡорт теле» модулдәре) һәм ун беренселәр өсөн «Кейс 11+» («Бейе!» һәм «Рулгә ултыр!»).
Хәҙер проект муниципалиттың бер мәктәбендә һынау вариантында тормошҡа ашырыла. Республика Мәғариф министрлығы 2020 йылдың 1 сентябренән уларҙың һанын һәр районға йәки ҡалаға ике мәктәпкә тиклем арттырырға, шулай уҡ программаға «Халыҡ алдында һөйлә!» һәм «Эшлекле этикет» модулдәрен өҫтәргә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика