05:19 (UTC+5), 16 Марта 2020

Башҡортостанда 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сараларҙың береһе — 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәү. Был хаҡта ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Бойороҡ 20 апрелгә тиклем ғәмәлдә була, ләкин республика башлығы властарҙың хәлгә ҡарап эш итергә тейешлеген һәм хәлдең яҡшырыуына йәки насарайыуына бәйле ваҡыттың күсерелеү мөмкинлеген белдерҙе.
Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә вирус теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, күп кеше йөрөгән урындарға бармаҫҡа кәңәш ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика