Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2020, 08:52

16 марттан Өфөлә «Бурыслы» махсус операцияһы башлана

Ксения Калинина
Ксения Калинина
16 марттан 22-һенә тиклем Өфөлә «Бурыслы» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла, уның төп маҡсаты – штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ғәҙәттәгесә, операцияла административ ҡануниәтте үтәү буйынса бүлексәләр, миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ участковыйҙар, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
«Быйыл ғинуар-февралдә Өфө полицейскийҙары 3,2 миллион һумдан ашыу административ штраф түләттерҙе. Ете йөҙҙән күберәк кеше штрафты законда билдәләнгән ваҡытта түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уларҙың 400-гә яҡыны мировой судья ҡарары буйынса 1-15 тәүлеккә тиклем ҡулға алынды», — тип белдерҙеләр ведомствола һәм штрафтың законда билдәләнгән ваҡытта түләнергә тейешлеген хәтергә төшөрҙөләр.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: