09:08 (UTC+5), 06 Марта 2020

Башҡорт дәүләт университетының диссертация советы – донъяла берҙән-бер: фекерҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде. Был – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фәнни берләшмәнән һәм йәмәғәтселектән ошо ваҡиғаға аңлатма биреүҙәрен һораны.
Башҡорт дәүләт университеты проректоры Азат Ғәлимханов:
— Быға тиклем республикабыҙҙа тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының булмауы ҙур етешһеҙлек ине.
Бөгөн ошо диссертация советы эшләй башланы. Бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы бик ҙур булды. Сөнки ул фән һәм юғары белем министрына Башҡорт дәүләт университетының диссертация советын булдырыу тураһында үтенесен хуплауҙы һорап яҙма мөрәжәғәт ебәрҙе. Был үтенес хәл иткес роль уйнаны. Эш шунда: әлеге ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығы диссертация советтарын асыуға ҡаты ҡарашта. Хәҙер диссертация советын асыу бик ҡатмарлы. Күп юғары уҡыу йорттары ошондай үтенестәр менән мөрәжәғәт килә, ләкин кире ҡағыуҙар күп.
Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар яҡларға була. Был квалификациялы кадрҙар, яңы фән кандидаттары, яңы фән докторҙары әҙерләргә мөмкинлек бирә.
Гөлназ Йосопова, Башҡорт телен һаҡлау фонды етәксеһе:
— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының асылыуы – бик шәп яңылыҡ. Хәҙер беҙҙекеләргә Мәскәүгә барырға кәрәкмәй, бында яҡларға мөмкин.
Республика башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, ул үҙе лә башҡортса һөйләшә, башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә булышлыҡ итә. Һәр ерҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторолдо, башҡортса бик күп саралар уҙғарыла. http://www.bashinform.ru/news/1422210-dissovet-bashgu-po-bashkirskomu-yazyku-edinstvennyy-v-mire-mneniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика