07:29 (UTC+5), 04 Март 2020

Өфөлә ҡыйыулыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән балалар һәм үҫмерҙәр бүләкләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә ҡыйыулыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән балалар һәм үҫмерҙәр бүләкләнде. Уларға ете номинацияла «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы тапшырылды.
Бишбүләктән Инсаф Миһранов, Бөрйәндән Гөлназ Биргәнова һәм Гөлиә Исҡужина, Мәсетленән Фәнзил Ғәйнетдинов, Хәйбулланан Гөлсәсәк Шәрипова, Ишембайҙан Ләйсән Хәмитова һәм Өфөнән Рената Хәкимова еңеүселәр тип танылды.
Республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова премияны ойошторған «Тамыр» телеканалына үҫеп килгән быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт әйтте. Каринэ Владимировна йәш герой Инсаф Миһрановҡа махсус бүләк тапшырҙы. Малай кәмәлә йылға аша сығып, оло йәштәге ирҙе һыуға батыуҙан ҡотҡарған.
«Миңә кешене һыуҙан тартып сығарырға кәрәк ине. Ҡурҡыу тураһында уйламаным да. Уйлай башлаһам, ул тонсоғоп үлер ине», — ти кескәй герой.
Миһрановтар ғаиләһендә – өс бала, Инсаф – иң өлкәне. Һеңлеһе Сафия менән ҡустыһы Сәлим ағалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Еңеүселәрҙе ведомство етәкселәре, медиашәхестәр, йәш музыканттар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡотланы. Тамашасылар яратып өлгөргән «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр сериалының төп геройҙары Гөлгөнә Баһауетдинова, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев, Данир Ғимаҙиев еңеүселәр хөрмәтенә яңы сағыу сығыштар әҙерләгәйне. Балалар премияһын булдырыу идеяһы ла уларҙыҡы. 2019 йылда «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы» «ТЭФИ-Регион» юғары телевизион премияһының төп наградаһына — Бронза Орфейға лайыҡ булды.
1 из 4
«Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, еңеүселәрҙең яҙмышы еңелдән түгел, һаулыҡ мөмкинлеге сикле, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар бар. Ләкин уларҙың бөтәһе лә ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ маҡсаттарына, хыялдарына ирешә алған. Премияның әһәмиәте шунда: балалар уңыштарын танырға һәм тиҫтерҙәре өсөн ҡыуанырға, үҙ ҡылыҡтарын анализларға, баһа бирергә өйрәнә. Был бик мөһим», — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
http://www.bashinform.ru/news/1420995-v-ufe-chestvovali-detey-i-podrostkov-proyavivshikh-muzhestvo-i-aktivnuyu-grazhdanskuyu-pozitsiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика