11:52 (UTC+5), 04 Марта 2020

Бәләбәйҙең яңы бала табыу йортонда тәүге сабый донъяға килде

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн Бәләбәй ҡалаһындағы биш йыл буйына буш торған бала табыу йортонда тәүге сабый донъяға килде. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Ул — Бәләбәй бала табыу йортонда ремонт тамамланғандан һуң тыуған тәүге сабый. Бында бала табыу йорто 2015 йылдан бирле эшләмәгән, сифатһыҙ ремонттан һуң оҙайлы судтар башланған. Уҙған яҙ беҙ ошо мәсьәләне хәл итә алдыҡ, бүтәнсә ундай хәлгә юл ҡуйылмаһын ине», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Бәләбәй бала табыу йортонда ремонт эштәре республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүленгәндән һуң башланды. Ул ваҡытта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы статусында эшләгән Радий Хәбиров урындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәкле медицина учреждениеһын тиҙ арала төҙөкләндерергә ҡушты.
Социаль селтәрҙә ҡулланыусылар ҡаланың яңыртылған бала табыу йортонда донъяға килгән баланың әсәһенә сабыйға Радий тип исем ҡушырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика