07:56 (UTC+5), 03 Марта 2020

Апрелдә Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлау өсөн 26 асфальт-бетон заводы эшләй башлай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә транспорт һәм юл хужалығы тармағының яҙғы-йәйге осорға әҙерлеген тикшерҙеләр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең «Ремстройдормаш» заводында күсмә «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән техника паркын ҡараны.
Орджоникидзе районының Төҙөкләндереү хеҙмәте майҙансығында республика етәксеһе соҡорҙарҙы ямау өсөн ҡорамалдар менән танышты. Ойошма майҙаны 4 миллион квадрат метрҙан ашыу булған 232 саҡрым ҡала юлдарын тәртиптә тотоу өсөн яуап бирә. Хеҙмәт етәксеһе Рөстәм Саяхов һүҙҙәренсә, бөтә машиналар ҙа алдағы миҙгелдә эшләргә әҙер.
«Аңлашыла, техника етмәй, ләкин ул аҙ булһа ла бар. Эште дөрөҫ ойоштороу мөһим», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Ремстройдормаш» заводында республика башлығы юл билдәләрен әҙерләү участкаһын, шулай уҡ автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу өсөн машиналар паркын ҡарап сыҡты.
«Транспорт сәғәте»ндә соҡорҙарҙы ямау, билдәләрҙе яңыртыу мәсьәләләрен ентекле тикшерҙеләр.
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото һәм Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов соҡорҙарҙы ремонтлау тураһында әйтте. Юл хеҙмәттәре һалҡын ҡатнашма ярҙамында юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү менән шөғөлләнә. Әйтәйек, 2020 йылдың ғинуар-февралендә Өфөлә генә соҡорҙарҙы ямау өсөн 1 338 квадрат метр майҙанда 222 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашма тотонолған.
Апрелдә ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмалар менән ремонтлау өсөн 26 асфальт-бетон заводы эшләй башлай. Был эштәрҙе төҙөкләндереү айлығын үткәреү осоронда тамамлау күҙаллана.
1 из 19
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика