04:30 (UTC+5), 02 Март 2020

Крокус Сити Холда Элвин Грейҙың ҙур концерты уҙҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
29 февралдә Мәскәүҙә Крокус Сити Холда йырсы Элвин Грей сығыш яһаны. Ул яңы концерт программаһын тәҡдим итте, шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы хиттарын һәм ижадын һөйөүселәр яратып өлгөргән яңы композицияларын башҡарҙы.
Концерт залы – 7300 урынлыҡ, артист тулы зал йыйҙы.
Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) — милли эстрадала популяр башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы һәм «Бизнес онлайн» баҫмаһы версияһы буйынса йыл кешеһе.
«Һаман кисәге концерт тәьҫирендәмен. Ниҙәр кисергәнемде һүҙҙәр менән әйтеп бирә алмайым. Оҙаҡ йылдар буйына Рәсәйҙең төп залдарының береһендә сығыш яһарға хыялландым. Беҙ быға бик оҙаҡ барҙыҡ, ҙур команда эшләне. Мин һәм командам ҙур майҙансыҡтарҙа бик күп концерттар үткәреүгә ҡарамаҫтан, Мәскәү тамашасыһы алдында сығыш яһау һәр саҡ тулҡынландырғыс. Ләкин беренсе йырҙан уҡ тулҡынланыуҙар һәм борсолоуҙар һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Зал шунда уҡ ҡушылып йырлай башланы. Уларҙың көс-ҡеүәтен, алҡыштарын һәм энергетикаһын һүҙҙәр менән аңлатып булмай. Был – минең ижадымда мөһим ваҡиға. Тыңлаусыларыма ҙур рәхмәт», — тине Радик Юлъяҡшин «Башинформ» агентлығына.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика