09:18 (UTC+5), 02 Марта 2020

«1 сентябрҙән башлайбыҙ» - Радий Хәбиров уҡыусыларҙы бушлай ашатыу тураһында

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2020 йылдың 1 сентябренән Башҡортостанда барлыҡ мәктәптәрҙең 1-4 класс уҡыусыларын бушлай ашатыу башлана. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«1 сентябрҙән башлайбыҙ. Шуға әҙерләнеүегеҙҙе һорайым. 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә ата-әсәләр балаларына нимә ашатыуҙарын күрһен өсөн дегустация саралары үткәрергә кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Киләһе уҡыу йылынан республикала башланғыс класс уҡыусылары өсөн бер тапҡыр ҡайнар аш менән туҡланыу хаҡы 55 һум була.
«Ошо суммаға баланы һәйбәт ашатырға мөмкин. Иң мөһиме – быны кешесә һәм оҫталарса эшләү», — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм республика хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға Финанс министрлығы һәм федераль Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Башҡортостанда мәктәптәрҙә ҡайнар аш менән намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр булмаҫҡа тейеш, тип иҫкәртте республика етәксеһе. Ул муниципалитет башлыҡтарына быны иғтибар менән күҙәтеп барырға ҡушты. «Тәү сиратта дәғүәләрем һеҙгә булыр. Бының өсөн һеҙ яуаплы», — тине Хәбиров.
Йәкшәмбе, 1 мартта, Рәсәй президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Ул баҫылып сыҡҡандан һуң 60 көн үткәс көсөнә инә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика