08:00 (UTC+5), 28 Февраля 2020

Башҡортостандың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыға

Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың 15 тораҡ пункты «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыға. Еңеүсе интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә. 1 марттан 10-ынан тиклем сайтта тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсене 19 мартта бүләкләйҙәр.
Өс көн дауамында эксперт комиссияһы «Айыҡ ауыл» конкурсы республика этабының 47 ҡатнашыусыһын тыңланы. Ҡатнашыусылар конкурс барышындағы эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Ҡайһы бер ауылдарҙың календарь, буклет рәүешендә эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына өҫтәмә материалдары ла бар. Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылынан «Йәшлек» фольклор ансамбле — инәйҙәр «Айыҡ ауыл» конкурсына арналған таҡмаҡтарын йырланы.
«Һәр ауылдың айыҡлыҡҡа үҙ юлы. Туймазы районы Ғәфүр ауылында был юл аяныслы хәлдән башланған. Былтыр эскелек менән мауыҡҡан ир менән ҡатынды ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Ике баланы приютҡа оҙатҡандар. Һуңынан ауыл халҡы эсергә яратҡан был ата-әсә менән етди һөйләшкән, аңлатыу эше алып барған. Аҙаҡтан балаларҙы приюттан кире ғаиләгә ҡайтарғандар. Әле балалар атаһы һәм әсәһе менән, ә Ғәфүрҙә айыҡ тормош өсөн аяуһыҙ көрәш бара. Спиртлы эсемлектәр һатылған 4 кибеттең икәүһен ябыуға өлгәшкәндәр», — тип һөйләне Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат секретары Минзиә Каспранова.
Нуриман районы Иҫтерек ауылында ла магазиндарҙа алкоголь һатылмай. Быға сауҙа нөктәләре янында ойошторолған пикеттар булышлыҡ иткән. Уҡыусылар һәм йәштәр бер нисә тапҡыр эскелеккә ҡаршы плакаттар тотоп сыҡҡан.
Белорет районы Ботай ауылы – проектта иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе. Бында халыҡ пенсия таратҡан ваҡытта спиртлы эсемлектәрҙе йәшерен һатыуға ҡаршы сығыш яһаған.
Ҡариҙел районы Хәлил ауылында хаҡлы ялдағы Хәлиҙә Мөбәрәкова үҙ янына спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе йыйған. Конкурс барышында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған 20 сара үткәрелгән.
Презентация яҡлау йомғаҡтары буйынса эксперт комиссияһы 15 финалсыны билдәләй. Әлеге ваҡытта баһаларҙы иҫәпләү бара, презентация материалдары өйрәнелә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика