06:44 (UTC+5), 28 Февраля 2020

Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, был сара һауа торошоноң боҙолоуына бәйле индерелде (көслө ел, соҡорҙарҙа ҡарҙың ҡалынлығы 2 метрҙан ашыу, күреү мөмкинлеге сикле). Сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 4-се 30 минутҡа тиклем ғәмәлдә.
Баймаҡ районында Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлында бөтә транспорт өсөн хәрәкәт сикләнде (Сибайҙан Әбйәлил районы сигенә тиклем).
Хәрәкәтте асыу ваҡыты насар һауа шарттарының дауам итеүенә (тамамланыуына) ҡарап үҙгәреүе ихтимал.
Юлда ҡатмарлыҡтар килеп тыуған осраҡта Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчерына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефон: 8-927-955-11-00, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә — 112.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика