03:44 (UTC+5), 27 Февраля 2020

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пациенттарҙың 4,5 миллион электрон карталарын берләштергән система булдырҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда пациенттарҙың 4,5 миллион электрон карталарын берләштергән Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы булдырылды, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә. Берҙәм медицина документтары базаһы төрлө медицина ойошмалары табиптарына электрон төрҙә мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге бирә. Алдағы йылдарҙа республика халҡына электрон хеҙмәттәр һәм сервистар күрһәткән Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Минең сәләмәтлегем» бүлегенең, шулай уҡ шәхси медицина документтарына инеү мөмкинлектәрен киңәйтеү күҙаллана.
Башҡортостан «Һанлы контур» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән федераль аҡса күләме буйынса илдә беренсе урынды биләй. 2019-2021 йылдарға республикаға 2,4 миллиард һум субсидия бүленде, Краснодар крайы һәм Мәскәү өлкәһе 2,3-әр миллиард һум алды.
Максим Забелин әйтеүенсә, Республикала Контакт-үҙәк эшләй, уға 13-01 номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин. Был сервис ярҙамында табипҡа яҙылырға, табипты өйгә саҡыртырға йәки үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорау бирергә була.
«Табипҡа» мобиль медицина ҡушымтаһы халыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр аса. Сервис шәхси электрон медицина карталарын, анализдарҙың һөҙөмтәләрен ҡарарға мөмкинлек бирә. 2020 йылда пациенттарҙың айырым категорияларына ситтән тороп консультация үткәреү технологияһын индереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика