Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.76
-0.07
90.16
-0.38
62.51
+0.52
-10 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2020, 17:31
1

Өфөлә 18-се маршрут буйынса - 8 Март ҡасабаһына тиклем троллейбус хәрәкәте тергеҙелә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
21 февралдән Өфөлә 18-се маршрут буйынса «Үҙәк баҙар — 8 Март ҡасабаһы» троллейбус хәрәкәте тергеҙелә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала муниципаль электр транспорты идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
2010 йылда юлдарҙы төҙөкләндереү сәбәпле 18-се маршрут буйынса хәрәкәт туҡтатылғайны.
«Ошо маршрут буйынса хәрәкәтте тергеҙеү «пик сәғәте»ндә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуға, шулай уҡ юлда көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән. Көн һайын иртән дә, кисен дә өс рейс ойошторола», – тине «Башинформ» агентлығына транспорт идаралығының начальник урынбаҫары Руслан Аблаев.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас