08:41 (UTC+5), 18 Февраль 2020

Башҡортостанда өс мең рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән

автор
Гөлфиә Акулова
Башҡортостанда уҙған йылда муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән, тип хәбәр итте республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов.
Республикала законһыҙ сүп-сар өйөмдәренең дөйөм майҙаны – 2 301 гектар.
Ведомство вәкиле һүҙҙәренсә, сүплектәрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк юҡ итеү темптарына аҡса етмәй.
Рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе юҡ итеүҙең төп ысулы – уларҙы эреләтеү. Йәғни бәләкәй сүплектәрҙәге ҡалдыҡтар ҙурыраҡтарына күсерелә.
Әле Экология министрлығы муниципалитеттарға законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә бәйле дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү буйынса күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнә.
Шулай уҡ республикала «Таҙа ил» төбәк проектын бойомға ашырыу барышында ҡала эсендә урынлашҡан бөтә сүплектәр юҡ ителергә тейеш. 2019 йылда Өфөлә һәм Нефтекамала 16 сүплек бөтөрөлгән, Дәүләкән, Благовещен, Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында алты сүплекте юҡ итеүгә проект документацияһын әҙерләү өсөн дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән.
Республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттары дәүләт реестрында сүп-сар күмелгән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика