09:14 (UTC+5), 14 Февраль 2020

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 345 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы эшләй башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Өфөнөң «Инорс-4» биҫтәһендә белем биреү үҙәгенең 58-се яңы балалар баҡсаһы сафҡа индерелде һәм тиҙҙән ул балаларҙы ҡабул итә башлай. Мөдир Әлфиә Ғилметдинова республика башлығы Радий Хәбировҡа мәктәпкәсә учреждениеның 345 урынға иҫәпләнгәнен, ысынында уға 600-гә яҡын баланың йөрөйәсәген һөйләне. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, Калинин районында балалар баҡсаларына урын етешмәүе ныҡ һиҙелә, бөтәһе 4000-дән ашыу бала сиратта тора.
«Биҫтә әүҙем төҙөлә, бында бик күп йәш ғаиләләр йәшәй, шуға күрә барлыҡ балалар баҡсалары, бының кеүек үк, 200 процентҡа тиерлек тулған», — тип билдәләне Өфө мэры.
Яңы объектты төҙөү 299,2 миллион һумға төшкән. Шуның 228,6 миллион һумы – федераль бюджет, 60 миллионы – республика бюджеты, 10,6 миллионы ҡала бюджеты аҡсаһы. Өс ҡатта 15 төркөм урынлаша, балалар баҡсаһында 30 тәрбиәсе, 22 кесе тәрбиәсе, өс музыкаль етәксе, физик культура буйынса инспектор, өс шәфҡәт туташы эшләй.
Республика башлығы музыка һәм физкультура залдарын, балаларға өҫтәмә белем биреү залдарын, аҙыҡ-түлек блогын, медицина бүлмәһен ҡарап сыҡты. Учреждениела үҙенең видеокүҙәтеү системаһы, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы бар.
Биләмәлә төркөмдәр һаны буйынса уйындар һәм ял итеү майҙансыҡтары, физкультура майҙансығы төҙөлгән, ял итеү верандалары һәм уйын йыһаздары ҡуйылған.
автор: Азат Ғиззәтуллин
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика