16:00 (UTC+5), 13 Февраля 2020

Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә булды. Ул үҙәк һәм перифериялы нервы системаһы, хәрәкәт-таяныу аппараты сирҙәренән яфаланған пациенттарҙы медицина реабилитациялауы бүлектәренең эше менән танышты, табиптарҙың кабинеттарын, һыу-ләм менән дауалауҙарын ҡараны. Йыл һайын госпиталдә ике меңгә яҡын кеше реабилитация үтә. Уларға төрлө хеҙмәттәр – дауалау ысулдары тәҡдим ителә: дауалау физкультураһы, физиотерапия, рефлексотерапия, транскраниаль магнит стимуляциялау, операцияһыҙ умыртҡа декомпрессияһы һәм башҡалар.
1 из 12
«Күргәндәрем яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында заманса ҡорамалдар ҙә, профессиональ колллектив та бар. Ләкин иң мөһиме – өмөттәре һүнә башлаған, ауыр йәрәхәтләнгән, инсульт кисергән кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыралар. Оҫта ҡуллы табиптар коллективына һәм уларҙың яйға һалынған эшенә рәхмәт әйтке килә. Реабилитация үҙәгендә ябай кешеләрҙең дауаланыуы ҡыуаныслы – Белореттан, Күмертауҙан, эшселәр, хаҡлы ялдағылар... Госпиталь етди иҡтисади мөмкинлектәре булғандар ғына дауаланған урынға әүерелергә тейеш түгел. Асылда бында кешеләргә икенсе ғүмер бирелә. Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдереүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем, сөнки уның ярҙамы ошондай үҙәк ойошторорға булышлыҡ итте», — тип билдәләне Радий Хәбиров госпиталде ҡарап сыҡҡандан һуң.
http://www.bashinform.ru/news/1413641-radiy-khabirov-posetil-respublikanskiy-klinicheskiy-gospital-veteranov-voyn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика