08:47 (UTC+5), 12 Февраля 2020

Мәскәүҙә Каринэ Хәбирова һәм Алһыу «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһен асты

ашҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.
Сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм «Башҡортостан яҡташлығы» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
«Ете ҡыҙ» ижади проекты ете рәссам — Лиана Мкртчян, Раушания Бәҙретдинова, Ринат Миңлебаев, Рафаэль Ҡадиров, Рәсих Әхмәтвәлиев, Әмир Мәжитов, Йәмил Сөләймәновтың эштәрен берләштерҙе. Уларҙың һәр береһе ҡурҡыу белмәҫ ете ҡыҙ тураһында халыҡ легендаһын үҙенсә һүрәтләгән. Проект авторы – Башҡортостан Республикаһы башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Ул дөйөм концепцияны әҙерләгән һәм эштәрҙе һайлап алған.
«Ошо проектта ҡатнашырға теләк белдергән рәссамдарыбыҙға ҙур рәхмәт, — тип мөрәжәғәт итте Каринэ Хәбирова йыйылыусыларға. — Идея һәр рәссамдың «Ете ҡыҙ» башҡорт халыҡ легендаһынан ҡыҙ образын төшөрөүгә ҡайтып ҡалды. Эштәр төрлө һәм бик үҙенсәлекле килеп сыҡты».
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле,Мәскәү ҡалаһы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты Гәлсәр Байғусҡарова сығыш яһаны.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика