03:49 (UTC+5), 11 Февраль 2020

Республикала 1318 мәктәптең 177-һе грипп һәм ОРВИ буйынса карантинға ябылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күп булыуы сәбәпле 1318 мәктәптең 177-һе грипп һәм ОРВИ буйынса карантинға ябылды. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.
411 белем биреү ойошмаһында сикләү саралары индерелде, 46 учреждениела ҡайһы бер кластарҙа уҡытыу туҡтатылды. Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы биш дәүләт ойошмаһы: Өфөнөң 138-се коррекция мәктәбе, Салауат һәм Стәрлетамаҡ коррекция мәктәптәре, Нефтекама коррекция мәктәп-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты карантинға ябылды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 10 февралдән Өфөнөң һәм Нефтекаманың бөтә мәктәптәрендә белем биреү туҡтатылды.
Республиканың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәте буйынса, 3 февралдән 9-ына тиклем 36 567 кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыны, уларҙың 65,6% — балалар. Башҡортостан халҡы араһында ОРВИ менән сирләү эпидемия сигенән 60,3% юғарыраҡ. Уҙған аҙнала Өфөлә 11 157 киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа – 6090 осраҡ (55%).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика