08:13 (UTC+5), 11 Февраля 2020

«Ишембайға – яңы һулыш»: Башҡортостан башлығы күләмле ҡала проекты тураһында хәбәр итте

www.facebook.com/radiyhabirov
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Ишембайҙың Ленин исемендәге майҙанын төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тураһында хәбәр итте. Был – 1932 йылда ҡала үҫешә башлаған, «икенсе Баҡы» булараҡ билдәле нефть ятҡылыҡтары асылған урын.
«Ваҡыт үтеү менән майҙандың тарихи әһәмиәте лайыҡһыҙ юғалған. Беҙҙең уйыбыҙ – уны йәнә ҡала халҡын йәлеп итеү урынына әүерелдереү», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Ишембайға – яңы һулыш» проекты майҙанда концерттар өсөн амфитеатр булдырыуҙы, нефтте символлаштырған фонтан төҙөүҙе күҙ уңында тота.
«Әлбиттә, Ишембайҙың символы – данлыҡлы «вышка-өләсәй» балалар майҙансығының төп элементы булыр. Уға архитекторҙар тауҙарҙы һәм ҡаяға үрмәләү конструкцияларын да индергән, унда балаларыбыҙ спорт менән шөғөлләнә һәм бер үк ваҡытта ҡала тарихы менән таныша алыр. Эргә-тирәләге скверҙарға каштан һәм декоратив алмағастар ултыртырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров һәм алдағы йылдарҙа республиканың барлыҡ ҡалаларында парктар, скверҙар һәм майҙандар яңыртылыр тип өҫтәне.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика