Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 16:15

Республикала автобус водителдәре битлек кейеп эшләргә тейеш

ӨФӨ, 2020 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты республика биләмәһендә коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн транспорт комплексы ойошмалары етәкселәренә һәм шәхси ташыусыларға аэропорттарҙа, тимер юл вокзалдарында, автовокзалдарҙа һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа дезинфекция режимын үтәү йәһәтенән контролде көсәйтергә бойороҡ бирҙе.
Ведомство бойороғона ярашлы, уларға «транспортта һауаны зарарһыҙландырыу ҡулайламаһының төҙөклөгөн тәьмин итеү», халыҡ күп йыйылған урындарҙа һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ҡулайламаларҙы файҙаланыу һәм поездарҙа дезинфекция режимын көсәйтеү бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, республикала пассажирҙарҙар менән эшләгән һәр кемде медицина битлектәре, бирсәткәләр һәм тән тиреһе антисептиктары менән тәьмин итергә ҡушылды.
Документта билдәләнеүенсә, «Башавтотранс» етәкселегенә «автовокзалдарҙы тепловизорҙар менән йыһазландырыу тураһында мәсьәләне ентекләп өйрәнергә» йөкләмә бирелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән зарарланғандарҙың дөйөм һаны 35 000 кешегә яҡынлаша, 700-ҙән ашыуы вафат булған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы быны халыҡ-ара әһәмиәттәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныны. Бөгөн Ухань ҡалаһында коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалау өсөн икенсе госпиталь файҙаланыуға тапшырылды.
Читайте нас: