09:36 (UTC+5), 07 Февраля 2020

Экология министрлығында Башҡортостан райондарының береһенә бүреләр һөжүм итеүе тураһында сираттағы видеояҙмаға аңлатма бирҙеләр

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарының береһенә бүреләр һөжүм итеүе тураһында сираттағы видеояҙмаға аңлатма бирҙеләр. Ошо көндәрҙә урындағы төркөмдәрҙә Федоровка районында автомобилдәге ир-егеттәрҙең 13 бүре күреүе хаҡында яҙма барлыҡҡа килде.
«Бына, хәҙер бүреләр Федоровка районында. Ҡарағыҙ, 13 бүре», — ти уларҙың береһе, ә яҙма авторы район халҡын һағыраҡ һәм иғтибарлыраҡ булыуын һорай.
Экология министрлығында «Башинформ» агентлығына әйтеүҙәренсә, Рәсәйҙә ике Федоровка районы бар.
«Әлеге видеоның ҡайҙа төшөрөлгәне билдәһеҙ. Әгәр был Федоровка районы икән, уның Һарытау өлкәһендәге район булыуы ихтимал. Башҡортостандың Федоровка районында беҙҙең инспектор һәм хужалыҡ эшселәре тикшереп сыҡты, бүреләр табылманы», — тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары Глеб Егоров.
Бынан алда социаль селтәрҙәрҙә вертолеттан төшөрөлгән икенсе видео таралды, йәнәһе лә Бөрйән районы яғынан бүреләр яҡынлаша. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында был мәғлүмәттәе кире ҡаҡтылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика