09:03 (UTC+5), 06 Февраля 2020

7-8 февралдә теләгән һәр кем Башҡортостан географияһы буйынса диктант яҙа ала

ӨФӨ, 2020 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектәге «Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» проектында ҡатнашырға саҡыра. Был – Башҡортостан Республикаһы географияһы буйынса беренсе диктант, ул 7-8 февралдә онлайн форматында үткәрелә.
«Бәләкәй географик диктант. Башҡортостан» асыҡ аң-белем таратыу акцияһы булып тора, унда, йәшенә, белеменә һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Уның форматы проекттың рәсми сайтында онлайн режимында ситтән тороп ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Диктантта — 35 һорау, яуаптар өсөн эш башланғас 40 минут ваҡыт бирелә (ҡатнашыусыны теркәү ваҡытын иҫәпкә алмайынса). Алдан теркәлеү талап ителмәй.
Һорауҙар 7 февралдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 8 февралгә көндөҙгө 11-гә тиклем асыҡ була (Өфө ваҡыты). Диктанттың бөтә һорауҙарына яуап биргән һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны күрһәтелгән сертификат тапшырыла. 100 балл йыйған тәүге 100 ҡатнашыусы Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенән иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика