12:27 (UTC+5), 04 Февраля 2020

Республикала балалар пособиелары арттырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2020 йылдың 1 февраленән балалы граждандарға дәүләт пособиелары, шул иҫәптән бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеларҙың минималь күләме, шулай уҡ йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаларына иҫәпкә торған өсөн пособие индексацияланды. Быйыл уларҙың күләме 3 процентҡа арттырылды, тип хәбәр итә Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе.
Хәҙер тәүге баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме – 3882 һум 14 тин; икенсе һәм артабанғы балалар өсөн – 7764 һум 27 тин.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие – 20 704 һум 74 тин.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға түләнгән пособие 776 һум 42 тингә тиклем артты.
Ерләү өсөн пособие ла индексацияланды – 7043 һум 59 тин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика