11:01 (UTC+5), 04 Февраль 2020

Рәсәй 14 февралдән Ҡытайға бөтә чартер авиарейстарын туҡтата

ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй 14 февралдән Ҡытайға бөтә чартер авиарейстарын туҡтата. Журналистарға ошо хаҡта Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры, Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Мәскәү һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының дүрт ҡалаһы араһында даими рейстар йөрөй. Ләкин рәсәйҙәрҙе Ҡытай Халыҡ Республикаһынан алып ҡайтҡан чартер рейстарын 14 февралдә туҡтатыу күҙаллана.
«Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы граждандарыбыҙға Рәсәй Федерацияһына ҡайтыу буйынса яуаплы ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек. Был ошо граждандарҙың һаулығын һаҡлау өсөн эшләнә», — тип Голикованың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә Рәсәй менән Ҡытай араһында авиабәйләнеш сикләнде. Транспорт министрлығы авиакомпанияларға пассажирҙарҙы өйҙәренә ҡайтарыу өсөн Рәсәй ҡалаларынан Ҡытайға чартер рейстарын башҡарырға рөхсәт итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика