08:15 (UTC+5), 04 Февраль 2020

Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң Совет майҙаны ниндәй була

видеонан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау проектының һүрәтләнешен күрһәтте.
«Барыһына ла билдәле һәм барыбыҙ ҙа яратҡан Совет майҙаны ғәҙәти парковка булырға тейеш түгел. Был – ҡала үҙәге, алыҫ 1942 йылдың мартында ошо урындан Шайморатов дивизияһы атлылары фронтҡа киткән», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Реконструкциялау барышында 2021 йылға эргә-тирәләге биналарҙы тышҡы яҡтан ремонтлау күҙаллана, уртала генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.
Проект буйынса ҡоро йәйәүлеләр фонтаны, бик күп ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу ҡаралған.
Тәҡдим ителгән һүрәтләнешкә ярашлы, Совет майҙанынан тыш, тирә-йүндәге биләмәне лә яңыртыу көтә.
Йыл аҙағына майҙан ошо видеояҙмалағы кеүек булырға тейеш тип күҙаллана.
«Бына шул саҡта майҙан яңы төҫтәр менән балҡыр һәм ҡала халҡының тағы бер яратҡан урынына әүерелер», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика