11:09 (UTC+5), 04 Февраля 2020

Башҡортостанда 2020 йылдың ғинуарында 50 пар игеҙ бала тыуған: ҡайһы берҙәренең исеме бик үҙенсәлекле

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан ЗАГС-тары быйыл ғинуар айында 50 игеҙ баланы теркәгән. Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 31 ғинуарҙа Әлиә һәм Артур Садиҡовтар үҙҙәренең тәүге документын алған. Сабыйҙар 23 ғинуарҙа Белоретта Фәниә менән Русландың ғаиләһендә донъяға килгән.
Ҡырмыҫҡалы районында ғинуар аҙағында урындағы ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Богдановтар ғаиләһен балалары тыуыуы менән ҡотлаған. Гөлназ менән Илфаҡтың Тимур исемле улы бар. Ә йыл башында уларҙың игеҙәк малайҙары – Артур менән Руслан тыуған.
Яңауылда ғинуарҙа Динара менән Рәмил Нурғәлиевтар ғаиләһендә игеҙ балалар донъяға ауаз һалған. Ата-әсә улдарына Нурэл һәм Байэл тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушҡан. Малайҙарҙың ғаиләһе ишле: уларҙың өс апаһы бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика