Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2020, 14:00

Февралдә республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2020 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 23 февралдә Башҡортостан халҡы, тотош Рәсәй кеүек үк, Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. 2020 йылда байрам йәкшәмбегә тура килгәнгә тағы бер ял көнө – дүшәмбе, 24 февраль, өҫтәлде. Йома, 21 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай. 25 февралдән 28-енә тиклем – эш көндәре.
Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге һәм 8 марттағы байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: