06:13 (UTC+5), 31 Января 2020

Башҡортостанда 1 февралдә беренсе класҡа электрон яҙылыу башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда 2020 йылдың 1 февраленән «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша беренсе кластарға алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана, тип хәбәр итә Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаризаны ҡағыҙға яҙып килтерергә лә мөмкин.
Беренсе класҡа алыу тураһында ғаризаларҙы ҡабул итеү ике этапта башҡарыла. 1 февралдән 30 июнгә тиклем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлгәндәр өсөн;
1 июлдән 5 сентябргә хәтлем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн.
«Мәктәптәрҙе электрон комплектлау» һәм «Башҡортостандың дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша ғариза биреү мәктәпкә документтар тапшырыуҙы алмаштырмай, тип белдерҙеләр ведомствола.
Шуға күрә электрон ғариза биргәндән һуң 3 көн эсендә баланың ата-әсәһе (законлы вәкиле) күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе раҫлаған документтарҙы мәктәпкә килтерергә тейеш.
Әгәр документтар билдәләнгән ваҡытта тапшырылмаһа йәки документтарҙа бала хаҡында мәғлүмәттәр Башҡортостан мәктәптәренә электрон сират сервисы сайтында яҙылған мәғлүмәттәр менән тап килмәһә, ғариза ғәмәлдән сығарыла һәм бала дөйөм белем биреү мәктәбенә алынмай. Был осраҡта ата-әсәгә ҡабаттан ғариза тапшырырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика