05:37 (UTC+5), 31 Января 2020

Баш ҡалала «Әр-Рәхим» мәсетен 2024 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсетен 2024 йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Был хаҡта яңыраҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында булып киткән Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эриканға һылтанма менән «Реальное время» хәбәр итте. Ул республикабыҙ мөфтөйө Айнур Бирғәлин менән ошо мәсьәлә тураһында һүҙ алып барҙы.
«Әле Айнур хәҙрәт «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәре менән мәшғүл. Мин уның тышҡы яғын күрҙем: бина, ысынлап та, һоҡланғыс (6 мең кешегә иҫәпләнгән), урыны ла һәйбәт. Төҙөлөш 30 процентҡа башҡарылған. 2024 йылға тиклем төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр», — тип төрөк дипломатының һүҙҙәрен килтерә «РВ».
Төркиә биҙәкләү оҫталары менән проектҡа булышлыҡ итергә әҙер, тип билдәләне Генераль консул. Шулай уҡ төрөктәр биҙәү һәм материалдар менән ярҙам күрһәтергә мөмкин, сөнки Төркиә ҙур мосолман биналарын төҙөү эштәрендә ҙур тәжрибәгә эйә.
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете 2000 йылдар башында уҡ һалына башлағайны. 2011 йылдан «Урал» хәйриә фонды төҙөлөштөң берҙән-бер бағыусыһы булды. Салауат Юлаев проспектында Өфөнөң иң матур мәсеттәренең береһен төҙөү 2016 йылда туҡтатылды, һуңынан 2019 йылдың йәйендә тергеҙелде. Ләкин, баҫма мәғлүмәте буйынса, аҡса күсмәгән әле. Аҡса күскән һайын эштәрҙе дауам итеү ҡарала, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратындағы сығанаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика