10:23 (UTC+5), 29 Января 2020

Республикала сирлеләрҙең күп булыуы сәбәпле мәктәптәр һәм балалар баҡсалары карантинға ябыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары белем биреү процесын туҡтата. Мәктәптәрҙә кластар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр өлөшләтә ябыла. Бөгөнгә ошондай кластар һәм төркөмдәр – 29, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.
Салауат, Бөрө, Хәйбулла, Учалы, Дыуан, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларында дәрестәр туҡтатылған.
«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр иткәнсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда 20 916 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырып киткән, Өфөлә 6 700 кешегә диагноз ҡуйылған. Шулай ҙа республикала әлегә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемия юҡ, тип белдерә ведомство. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа ауырыуҙың эпидемик сиге юғарыраҡ булған. Өфөлә эпидемик сиктең 8% артыуы өлкәндәрҙең ауырыуы менән аңлатыла. Сирлеләрҙең 68% самаһы – 17 йәшкәсә балалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика