14:53 (UTC+5), 29 Января 2020

Аяз Камалов Республика ашығыс ярҙам станцияһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2020 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Аяз Камалов Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта хеҙмәттең рәсми сайтында хәбәр ителә.
Аяз Камалов 1996 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында юғары белем алған, ә бер йылдан «хирургия» белгеслеге буйынса интернатураны тамамлаған. Тағы ике йыл ординатурала уҡыған.
2010 йылда Аяз Ринат улы Башҡорт дәүләт медицина университетында «йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы» белгеслеге буйынса квалификация күтәреү курстарын үткән.
Ғинуарҙа Аяз Камалов республиканың төп проблемаларының береһен – ашығыс ярҙам табиптары етешмәүҙе хәл итә башланы ла инде. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының профсоюз ойошмаһы рәйесе һүҙҙәренсә, 90 бригаданың 30-ы ғына тулыһынса комплектланған. Баш табип вазифаһын башҡарыусы Өфө медицина колледжына барып, ашығыс ярҙам табибы һәм фельдшеры һөнәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.
Башҡортостанда медицина колледждарын тамамлаусылар өсөн «Ашығыс медицина ярҙамы» һөнәре буйынса ҡабаттан уҡып сығыуға сығымдарҙы ҡаплау ғәмәлдә. 2019 йылдың июненән өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн окладҡа 65% тиклем өҫтәмәләр билдәләнгән, бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ай һайын өҫтәмә аҡса түләнә. Шулай уҡ Өфөлә торлаҡ сертификаттары программаһы эшләй: торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн табип — 500 мең һум, урта медицина персоналы 350 мең һум алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика