10:39 (UTC+5), 28 Ғинуар 2020

Башҡортостанда уҡытыусыларға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум түләү күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн яңы түләүҙәр уйлап тапҡандар. Уларҙың йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50 мең алыуҙары мөмкин. Республика башлығы Радий Хәбировтың «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларының берҙәм дәүләт имтиханында максималь балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡса тураһында»ғы указы проектында ошо хаҡта әйтелә. Документ республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
«Бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме уҡытыусының ағымдағы йылда әҙерләгән сығарылыш уҡыусылары һанына бәйле түгел, бер уҡытыусыға — 50 мең һум. Түләү, уҡытыусыларҙың бынан алдағы йылдарҙа ошо түләүҙе алыу-алмауына ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә билдәләнә», — тип аныҡлана документ проектында.
Премия түләү өсөн аҡса Башҡортостан бюджетынан күсә, тип билдәләнә.
Шуны билдәләп үтәйек: уҡыусыларҙың берҙәм дәүләт имтиханындағы уңыштары өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыу тураһында документ проекты әлеге ваҡытта килешеү стадияһында.
Бынан алда «Башинформ» ҡатын-ҡыҙҙы аборт эшләтеүҙән баш тартырға күндергән акушер-гинекологтарға дәртләндереү аҡсаһын түләргә планлаштырыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Һуңғараҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы документ проекты ведомство сайтына элекке редакцияла урынлаштырылған тигән мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика