04:09 (UTC+5), 27 Января 2020

Өфөлә ҡотопсолар һәм Себерҙе өйрәнеүселәр музейы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған легендар яҡташтарыбыҙҙың исемдәре музейҙа мәңгеләштерелә. Өфөлә полярсыларға һәм Себерҙе өйрәнеүселәргә арналған мәҙәни объект асыла. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Бөгөн, 25 ғинуар – Татьяна көнө, студенттарҙың байрамы ғына түгел, ә Хәрби-Диңгеҙ Флоты Штурманы көнө лә. Беҙҙең яҡташтар – Валериан Альбанов, Геннадий Казанин, Валентин Смирнов, Фидүс Әсхәҙуллин һәм башҡалар Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан ҡайҙа ла, Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстар ҡайҙа... Әммә беҙҙең Вениамин Кавериндың «Ике капитан» әҫәрен уҡып үҫкән быуын өсөн диңгеҙ темаһы, диңгеҙ капитандарының һәм штурмандарҙың ҡаһарманлығы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең «Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә» тигән девизы үҫмер саҡтан хәтеремдә ҡалған», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, яңы музей Свердлов урамындағы 88-се йортта асыла.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика