11:17 (UTC+5), 27 Января 2020

Башҡортостан башлығы Ишембай районындағы үлемесле янғын тураһында: «Яҡындары һәләк булған ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк»

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың Ишембай районы Ғүмәр ауылында янғын теркәлгән. Янғында өс йәшлек малай, уның 23 йәшлек әсәһе һәм 59 йәшлек өләсәһе һәләк булған. Үлгән малайҙың ике йәшлек һеңлеһен күрше йортта йәшәгән ир уттан алып сыҡҡан. Ошо хаҡта 27 ғинуарҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Зыян күргән бала Ишембай үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Ҡыҙыҡайҙы атаһы һәм уны ата-әсәһе ҡарай. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе туғандарына мәрхүмдәрҙе ерләүҙә тейешле ярҙам күрһәтер, — тине ведомство етәксеһе. — Ведомство-ара тәфтиш-оператив төркөм янғын сәбәптәрен асыҡлай».
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яҡындарының ғүмере өҙөлгән ғаиләгә ярҙам итеү зарур.
«Район башлығы әйтеүенсә, ғаилә имен тип һаналған. Ә муниципалитет етәкселегенең бөтә көсө имен булмаған ғаиләләр менән эшләүгә йүнәлтелгән. Бәлки, янғын тураһында иҫкәрткән приборҙарҙы ҡулланыу даирәһен киңәйтергә кәрәктер. Был ҙур аҡса түгел, приборҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара бит. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Иҫәпләгеҙ, нимә эшләргә мөмкин икәнлеген уйлағыҙ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика