05:44 (UTC+5), 24 Января 2020

Башҡортостанда Рәсәй география йәмғиәте «Торатау» геопаркына экспедициялар әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе 2020 йылда «Торатау» геопаркы биләмәһенә этнографик (урындағы халыҡтан материалдар йыйыу), ҡаргиҙәр (тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереү), археологик (объекттарҙы инвентаризациялау) экспедициялар үткәрергә ниәтләй. Был материалдар геопаркты ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереүгә ғариза әҙерләү өсөн кәрәк.
Ошо хаҡта Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ойошманың төбәк бүлексәһенең Попечителдәр советы ултырышында белдерҙе. Ултырыш Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә уҙҙы.
Шулай уҡ Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына бәйле ағымдағы йылдың март аҙағында Өфөлә Рус география йәмғиәтенең «Торатау» беренсе төбәк-ара фестивален, Башҡортостан буйынса Беренсе Бәләкәй географик диктант үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостандың географик үҙәгендә – Ғафури районының Ерек ауылы янында координаталар менән иҫтәлекле стела ҡуйыла. «Көгөш» киҫелешендә «Алтын сөй» халыҡ-ара проектын ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика