08:20 (UTC+5), 23 Января 2020

Былтыр республикала яңы тыуған сабыйҙар һаны 10% кәмегән

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2019 йылдың 12 айында республикала 42 053 бала тыуған (уҙған йылдан 89%): 21 680 ҡыҙ һәм 20 373 малай, ҡыҙҙар 1307-гә күберәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында белдерҙеләр.
«Өфөлә тыуыу тураһында иң күп акттар Киров районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән (2 883), икенсе урында — Калинин районының ЗАГС бүлеге (2 592), өсөнсөлә — Октябрь районының беренсе ЗАГС бүлеге (тыуыу хаҡында 1 958 акт), ҡалала бөтәһе — 14 меңдән ашыу сабый, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. — Тыуыу тураһында акт яҙмаларының дөйөм һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, Асҡын районында тыуым — 12%, Дим районында — 4,3%, Ленин районында 4,9% артҡан».
Дәүләт комитетының статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың ғинуарынан декабренә тиклем Башҡортостанда 15 448 беренсе бала, 15 803 икенсе бала, 7 749 өсөнсө бала, 2 111 дүртенсе һәм 1 112 бишенсе, унан күберәк балалар, шулай уҡ 480 игеҙ һәм 8 өс игеҙ бала теркәлгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылда Башҡортостанда 22 807 ҡыҙ һәм 24 264 малай донъяға килгән. ЗАГС бүлектәрендә тыуыу тураһында 47 411 акт яҙмалары теркәлгән, был 2017 йылға ҡарағанда 2 258 яҙмаға аҙыраҡ. 17 334 беренсе бала, 18 855 икенсе бала, 7 917 өсөнсө бала, 2 178 дүртенсе һәм 1 033 бишенсе һәм унан күберәк бала, шулай уҡ 607 игеҙ һәм 10 өс игеҙ бала тыуыуы теркәлгән. Өфөгә килгәндә, баш ҡалала 16 114 сабый донъяға килгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика