07:28 (UTC+5), 23 Ғинуар 2020

Башҡортостанда аграрийҙар 2020 йылғы сәсеүгә 5,5 миллиард һумлыҡ кредит алырға ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 2020 йылғы сәсеү кампанияһына 5,5 миллиард һумлыҡ льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит йәлеп итергә ниәтләй, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бынан тыш, һөт эшкәртеүсе предприятиелар 1,7 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алырға теләй. Был аҡса шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе аванслауға йүнәлтелә.
2019 йылда республика аграрийҙарына 7,3 миллиард һумлыҡ 285 льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит бирелде. Илдә аграрийҙарға льготалы кредит биреү механизмы 2016 йылдан бирле эшләй, уның ярҙамында алынған аҡса миҙгелле баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанаҡтарының береһе булып тора.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы республика аграрийҙарының дөйөм суммаһы 2,062 миллиард һумлыҡ льготалы кредит алыуға ғаризаһын хуплаған да инде. Ошо аҡса 2020 йылғы сәсеүҙе финанслау өсөн бүленә.
Быйыл Башҡортостан аграрийҙарынан тағы 13 ғариза (1,354 миллиард һумға) Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына ебәрелгән. Шуларҙың унауһы (1044 миллиард һумға) яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн кәрәкле әйләнештәге аҡсаны арттырырға теләүен белдергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика