08:28 (UTC+5), 22 Января 2020

Радий Хәбиров 93 йәшлек ветеранға башҡорт хоккейын ҡараһын өсөн телевизор бүләк итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбиров Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Шәбағыш ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатовҡа барҙы. Республика башлығы ветеранды яҡынлашып килгән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотланы. Рәшит Әхмәҙулла улына 93 йәш. Ул 1943 йылдың ноябрендә Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә саҡырылған, 1945 йылдың авгусына тиклем Уссурийск крайы Ворошилов ҡалаһында (хәҙер Уссурийск) хеҙмәт иткән. 1946 йылдың көҙөнә хәтлем Кореяла 38 параллель буйынса сикләү һыҙатында булған. 1950 йылдың майында демобилизацияланған.
Демобилизациянан һуң Рәшит Әхмәҙула улы тыуған ауылына ҡайтҡан, Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булған, уның дөйөм хеҙмәт стажы 67 йыл тәшкил итә. Хәләф ефете менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Японияны еңгән өсөн», «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалдары, «Отличник-пулеметсы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Радий Хәбиров сәй табынында ветеранға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне.
«Миңә һеҙҙең хоккей ҡарарға яратыуығыҙ, «Салауат Юлаев» өсөн көйөүегеҙ хаҡында әйттеләр, шуға күрә һеҙгә ҙур телевизор бүләк итергә булдым. Республикала Бөйөк Еңеүҙе байрам итеүгә әүҙем әҙерлек алып барабыҙ. Бик күп саралар була, айырыуса ветерандарға иғтибар бүләбеҙ», — тине Башҡортостан башлығы.
Хәҙерге көндә Көйөргәҙе районында алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бар, улар араһынан берәүһе Ленинград ҡамауында йәшәгән һәм тағы берәүһе — концлагерҙар тотҡоно.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика