08:43 (UTC+5), 21 Января 2020

Башҡортостанда махсус реестрға индерелгән ойошмалар ғына балалар ялы менән шөғөлләнергә хоҡуҡлы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда балалар ялын ойоштороуға контролде көсәйтәләр. 2020 йылдың йәйенән башлап республика Мәғариф һәм фән министрлығының махсус реестрына индерелгән ойошмалар ғына ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнә һәм балаларҙы ҡабул итә ала. Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 ғинуарҙағы ултырышта ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.
Мәғариф министрлығы реестрына инеү өсөн ойошмалар ведомствоға балалар менән эшләү өсөн шарттар булыуы хаҡында тулы мәғлүмәт бирергә бурыслы. Ойошмалар тураһында мәғлүмәттәр мотлаҡ тикшерелә.
Реестр 1 майға хәтлем төҙөлә. Балалар ялы инфраструктураһы тураһында тулы төшөнсә йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башланырҙан бер ай алда әҙер була, тип билдәләне республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Йәйге ял ойошмалары реестры элек тә булды, ләкин уның форматы бөтөнләй икенсе ине. Бары тик ойошмалар хаҡында бер аҙ мәғлүмәт бирелде, ә реестрға инеү эшмәкәрлек алып барыу өсөн мотлаҡ шарт һаналманы – рөхсәт документтары ғына талап ителде.
«Хәҙер башҡаса була. Реестрға инмәйенсә балаларҙы ҡабул иткән өсөн ошо эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә тиклем административ яуаплылыҡ ҡарала, — тине Константин Толкачев. — Балаларҙың йәйге ялы өлкәһен рәткә һалырға һәм ҡаты контролдә тоторға кәрәк. Июлдә Хабаровск крайында теркәлгән фажиғә онотолмаған. Унда палаткалы лагерҙа сыҡҡан янғында балаларҙың ғүмере өҙөлдө. Йәй башында Башҡортостанда ла ғәҙәттән тыш хәл булды: Бөрө районында нығытылмаған флагшток үҫмерҙең үлеменә килтерҙе. Закон осраҡлылыҡ факторын һәм енәйәтсел иғтибарһыҙлыҡты кәметергә тейеш».
Балаларҙың йәйге ялы ойошмалары реестрын асыҡтан-асыҡ ҡарау мөмкинлеге булдырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика