05:08 (UTC+5), 17 Января 2020

Рәсәй 2022 йылға тиклем тулыһынса электрон медицина карталарына күсә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2022 йылға Рәсәйҙә һәр кемдең электрон медицина картаһы булырға тейеш. Был хаҡта «Сәләмәт Мәскәү» ассамблеяһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Вероника Скворцова белдерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ике йылдан дәүләтебеҙҙә электрон карталарҙы, уның менән ситтән тороп «аралашыуҙы» [йәғни тултырыуҙы], микрочиптар һәм башҡа гаджеттар индереүҙе үҙ эсенә алған берҙәм һанлы контурҙы әҙерләү тамамлана.
«Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә һәм цифрлаштырыуҙа башҡа дәүләттәрҙән арттараҡ ҡалғанбыҙ, ләкин беҙ тиҙ хәрәкәт итәбеҙ, — тип билдәләне Вероника Скворцова. — Шулай уҡ 2020 йылдан табиптар ҡарарына интеллектуаль ярҙам индерелә».
Һуңғыһы интеллектуаль аҡыл анализдарҙы, сирҙең билдәләрен һәм башҡа күрһәткестәрҙе өйрәнә тигәнде аңлата, табиптарға диагноз ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы илдең фармацевтика сәнәғәте тураһында һөйләне. Баҙарҙа 80% — илебеҙ препараттары, тип билдәләне ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика