11:52 (UTC+5), 16 Января 2020

Башҡортостанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә иҫтәлекле дата булдырыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республика парламенты депутаттары байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһындағы урындағы законға йыл һайын 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы көнөн билдәләү хаҡында төҙәтмә индерергә ниәтләй.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проектын әҙерләү барышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн иҫтәлекле дата ғына түгел, ә байрам көнө итергә тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Ләкин республикала былай ҙа Рәсәйгә ҡарағанда өс ял көнөнә күберәк – Ҡорбан, Ураҙа байрамдары һәм Республика көнө. Шуға күрә Башҡорт атлы дивизияһы көнөн иҫтәлекле көн тип билдәләргә хәл ителде. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө лә ошондай уҡ статусҡа эйә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөтәһе алты иҫтәлекле көн бар. Яңыһы менән улар етәү була. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы хәтерен мәңгеләштереү датаһы осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
Дивизияның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шул иҫәптән 78-е — Советтар Союзы Геройҙары, ә бишәүһе — Дан орденының тулы кавалерҙары.
2019 йылда дивизияның беренсе командиры хөрмәтенә республикала генерал Шайморатов ордены булдырылды. Уҙған йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон ҡабул итте.
Былтыр августа Ҡырмыҫҡалы районында генерал Шайморатовтың 120 йыллығына арналған байрам саралары уҙҙы. Тамашасылар башҡорт атлылары үҙҙәренең ҡаһарманлығы менән дан алған алыштың реконструкцияһын күҙәтә алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика