12:32 (UTC+5), 16 Января 2020

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының беренсе этабында 464 ауыл ҡатнашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының беренсе этабында 464 ауыл ҡатнашты. Муниципаль этапта — 54 райондың 52-һенән (Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш) ауыл биләмәләре. Шуларҙың 47-һе киләһе этапҡа үтте. Бөгөн матбуғат конференцияһында БДМУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Марсель Тойғонов ошо хаҡта һөйләне.
Проект графигына ярашлы, был ҡатнашыусылар 25 февралдән 28-енә тиклем презентация яҡларға тейеш. Конкурс еңеүселәрен билдәләү өсөн 1 марттан 10-ына ҡәҙәр интернет аша тауыш биреү ойошторола. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһала.
Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламай, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алына. Айыҡ тормошто пропагандалауға арналған мәғлүмәтте социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе һәм муниципаль райондың исемен ҡуйып, #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәләү зарур.
Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хәкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнә: беренсе урын – 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола.
Финалға сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Интернет-ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлеген иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты 20 әүҙем ҡатнашыусыны билдәләй: уҡытыусыларға, журналистарға, хаҡлы ялдағыларға, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыла.
«Айыҡ ауыл» конкурсы барышында республикала эскелек мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола, — тип һөйләне Марсель Тойғонов. — 22-23 ғинуарҙа наркологтар, психологтар, психотерапевтар республика халҡына бушлай аноним консультация бирә. Был көндәрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-7000-183 номеры буйынса бушлай шылтыратып, эскелек, наркомания, дауаланыу менән бәйле һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика