07:06 (UTC+5), 15 Января 2020

Өфө тимер юлы вокзалында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Май башында «Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһы була. Был турала шишәмбе республика хөкүмәте президиумы ултырышында хәбәр иттеләр. Унда Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек мәсьәләһе лә тикшерелде.
Беренсе вице-премьер Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республиканың күп милләтле икәнен күрһәтеү өсөн һәйкәлдең композицияһы төрлө милләт кейемендәге ете фигуранан тора.
«Һәйкәл бронзанан ҡойола. Ул Өфө һәм республика ҡаҙаныштарының береһе булырға тейеш, — тине Назаров. — Ләкин техник үтәлештән тыш, йөкмәтке эше лә бар. Атап әйткәндә, майҙансыҡты нисек биҙәргә, артҡы планда нимә яҙырға. Унда һәләк булғандарҙың исемдәре йә иһә фронтҡа киткән полктар булырмы. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһын да яҡшылап уйларға, контролгә алырға һәм эшләргә кәрәк. Бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика