11:39 (UTC+5), 14 Января 2020

Башҡортостан ветерандары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — шәхси ҡараусы индерелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл уҡ Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — «шәхси ярҙамсы» йәки, асылда,шәхси ҡараусы индерелә. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова шул турала белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әле республикала йәшәгән 69 Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы ошондай хеҙмәткә мохтаж.
«Эйе, беҙ республикала яңы дәүләт хеҙмәтен индерергә тәҡдим итәбеҙ. Хәҙер уны күрһәтеү тәртибе, стандарты һәм дәүләт хеҙмәттәре исемлегенә индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был хеҙмәттең ҡиммәт икәне аңлашыла. Аҙнаһына бер тапҡыр ике сәғәткә килеп, аҙыҡ-түлек һатып алыу – бер, ә көнө буйына уның янында булыу һәм тәрбиәләү – бөтөнләй икенсе, — тине Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. — Беҙ шуға мохтаж булған һуғыш ветерандары һәм ҡатнашыусылары хаҡында ғына һүҙ алып барабыҙ. Бөгөнгә ундайҙар 69 кеше иҫәпләнә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика