10:49 (UTC+5), 13 Января 2020

Башҡортостан Мәғариф министрлығында спорт көрәше проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды

Архивтан
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы «Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө.
Килешеүҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Новиков, мәғариф министры Айбулат Хажин һәм «Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы» төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы президенты Борис Беляев ҡатнашты.
Яҡтар мәктәптәрҙә физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу эше барышында спорт көрәше дәрестәрен ойоштороу өсөн шарттарҙы үҫтереү буйынса үҙ-ара эш итергә һөйләшеп килеште. Атап әйткәндә, дөйөм белем биреү ойошмаларында физик культураны һәм спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау; «физик культура» предметын уҡытыуҙы камиллаштырыу өсөн шарттар булдырыу һәм уҡыусыларҙы дәрестән тыш физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеккә йәлеп итеү; спорт өлкәһендә һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү, уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштыру күҙаллана.
«Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проекты 2019 йылдың сентябрендә 16 дөйөм белем биреү ойошмаһында башланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика