06:29 (UTC+5), 10 Ғинуар 2020

Республикала сүп-сар майҙансыҡтарында парковка өсөн штраф тураһында закон үҙ көсөнә инде

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтарында, ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өсөн майҙансыҡтарҙа, күрһәтелгән майҙансыҡтар алдында һәм сүп-сар ҡабул итеү камералары биналарына ингән ерҙә парковка өсөн штраф һалыуҙы күҙ уңында тотҡан закон үҙ көсөнә инде.
Автомобилселәр — 1-2 мең һум, вазифалы кешеләр — 5-10 мең һум, юридик берәмектәр 20-30 мең һум түләргә тейеш. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 15-20 мең һум, юридик берәмектәргә — 35-50 мең һум штраф.
Закон идара итеүсе компанияларҙың, коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың республика парламентына күп һанлы мөрәжәғәттәре йомғаҡтары буйынса әҙерләнде һәм ҡабул ителде, тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Штрафтар контейнер майҙансыҡтарын эксплуатациялау менән шөғөлләнгән, халыҡтың йәшәүен тәьмин итеү объекттарында авариялы һәм башҡа ашығыс эштәр башҡарған хеҙмәттәрҙең автомобилдәренә ҡағылмай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика