08:29 (UTC+5), 10 Января 2020

Диана Ихсанова Башҡортостан башлығының матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Диана Ихсанова республика етәксеһенең матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ошо вазифала эшләгән Фәнүр Йәғәфәров уҙған йылдың октябренән вице-премьер вазифаһында республика Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә.
Белешмә
Ихсанова Диана Винер ҡыҙы 1995 йылдың 29 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2015 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. 2016-2018 йылдарҙа – «МИР: Молодёжь. Идеи. Развитие» йәштәр мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 2018 йылда – Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының төп белгесе. 2018 йылда – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы белгесе. 2018-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика