12:14 (UTC+5), 10 Января 2020

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 ғинуарҙа «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә:
1) нотариус раҫлаған күсермәләр электрон төрҙә zemteacher.irorb@yandex.ru адресына;
2) ҡағыҙҙағыһы — Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120-се йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса төбәк операторына (Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты).
Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Программаға индерелгән вакансияларҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ғәмәлдәге «Ауыл табибы» программаһы буйынса ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусылар өсөн «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала. Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
Шуның менән бергә педагогик хеҙмәткәрҙәр вазифалары исемлегенә, уҡытыусынан тыш, тәрбиәсе, хеҙмәт буйынса инструктор, физик культура буйынса инструктор, концертмейстер, логопед, методист, музыкаль етәксе, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-китапханасы, педагог-психолог, социаль педагог, тренер-уҡытыусы инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика