07:56 (UTC+5), 09 Января 2020

Өфө ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында боҙҙоң йоҡа булыуы хаҡында иҫкәртә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл ҡыш йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы хәүефле. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шул хаҡта иҫкәртә һәм һыу ятҡылыҡтары буйлап рейдтарын дауам итә.
Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһында ул 20 сантиметрға етә, ләкин йылға уртаһында ни бары 8 сантиметр. Боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан кәм булмаған осраҡта ғына кеше өсөн хәүефһеҙ һанала.
Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, был балыҡсыларҙы ҡурҡытмай.
Ныҡ туңмаған боҙҙан йөрөү өсөн берҙән-бер хәүефһеҙ техника төрө – һауа мендәрендәге судно. Уның менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙамға мохтаждар янына барып етергә мөмкин. Бындай катерҙың максималь тиҙлеге –сәғәтенә 90 саҡрым.
2020 йылдың тәүге көндәрендә һыу ятҡылыҡтарында фажиғәләр теркәлмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика